Иҡтисади Башҡортостан - 19.06.2026 Һалағыш туризмы үҫеше

Аватар автора
Донъяла бөгөн туризм ифрат йылдам үҫешкән тармаҡтарҙың береһе һәм ана шул тиҙ алға барғаны өсөн үткән быуаттың иҡтисади феномены тип баһаланды. Әлеге йөҙ йыллыҡта ла үҙенә шәп киләсәк юрала. Икенсенән, быға мәғлүмәти сәбәп, нигеҙ ҙә бар – Башҡортостан Хөкүмәте республикала һалағыш туризмын үҫтереү концепцияһын хупланы. 2035 йылға тиклем төбәктә һыу буйҙарында туристар өсөн инфраструктура булдырыу, маршруттар, һалағыш буйынса инструкторҙар әҙерләү кеүек маҡсаттар билдәләнгән.

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0