Рөстәм Нәбиев Эвересты яулап Өфөгә ҡайтты

Аватар автора
Оҙайлы экспедициянан һуң Өфөгә пара-альпинист Рөстәм Нәбиев ҡайтты. Үткән аҙнала ул ер шарының иң юғары нөктәһен - Эверест тауын яуланы. Аэропортта егетте ғаиләһе, дуҫтары, уның тормошона битараф булмаған яҡташтар һәм журналистар ҡаршы алды. Эверестҡа менеү 16 көн дауам итеп, 21-се май тамамланды. 8 мең метрҙан ашыу бейеклектәге тауға Рөстәм Нәбиев бары тик ҡулдары ярҙамында артылды. Ул ошондай юлды ҡулдарында үтергә йөрьәт иткән донъялағы тәүге альпинист. Белеүебеҙсә, көслө ихтыярлы яҡташыбыҙ, 2015 йылда фажиғәгә осрап, ике аяғын да юғалтыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәй. Эверестҡа күтәрелеүен Рөстәм уның уңыштарын күҙәтеп барыусы һәр кемгә бағышланы.

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0