Өфө ваҡыты - 25.05.2026 Аҡыл нигеҙе – айыҡлыҡ

Аватар автора
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл«конкурсы еңеүселәр иғлан ителде. Социаль проект хәҙер Рәсәй кимәлендә лә яҡлау таба. Илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко республика тәжрибәһен башҡа субьекттарға таратыу кәрәклеген әйтә. Ошо турала медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы-Конгресстың башҡарма комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева “Өфө ваҡыты” тапшырыуында белдерҙе. «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре быйыл 50 миллион һум самаһы аҡса алды. Суммалар биләмәләрҙе яңыртыу, һыу торбалары һуҙыу, юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостанда “Айыҡ ауыл биләмәһе” тигән документ ҡабул ителеүе ихтимал. Бөгөнгә республикала ошондай 28 ауыл айырым документ әҙерләгән. «Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын, 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны - 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары: 8-937-840-24-24

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0