Башҡортостанда ямғыр һәм йәшен эҙемтәләрен барлайҙар

Аватар автора
Уҙған кис республиканың айырым өлөштәрендә ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡ яуҙы. Өфө урамдары бер нисә минут эсендә һыу аҫтында ҡалды. Ҡала үҙәгендә сейә ҙурлығында боҙборсаҡ яуһа, төнъяҡтараҡ уның ҙурлығы күгәрсен йомортҡаһы тиклем булған. Күптәрҙең автомобилдәре һәм йорт-ихаталары зыян к-ргән. М5 трассаһында хатта машиналарҙың тәҙрәһен ватҡан. Ә йөшен арҡаһында бер нисә районда янғын сыҡҡан. Йылайыр районы Дмитриевка ауылында электр иҫәпләү ҡоролмаһына йәшен ата һәм йортҡа ут тоҡанған. Белоретта йәшен уты ике ҡатлы йорт мөрйәһенә эләгә, уны тиҙ арала һүндереп өлгөрәләр. Краснокама районы Яңы Нуғай ауылында ағас һарайға йәшен атып ут сыға. Янғын күрше бинаға күсеп өлгөрә. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас. Мы освещаем новости Уфы и Башкирии

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0