Башҡортостан сәнәғәт өлкәһендә иң яҡшы остаз-төбәк тип танылды

Аватар автора
Бынан тыш, республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Волга буйы төбәктәре араһында беренсе һәм дөйөм федераль рейтингта дүртенсе урында нығынды. Был хаҡта Екатеринбургта үткән «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә билдәле булды. Башҡортостан стенды янында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең һәр береһе билдәле башҡорт лимонадынан ауыҙ итеп ҡалырға теләй. Коллаборатив роботтар ҙа бында күҙ буяр өсөн түгел. Улар йыйыу һәм монтажлау эштәрен башҡара, материалдарҙы эшкәртә һәм етештереү линияларында сифатты контролдә тота. Стендта пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн двигатель өлгөләре лә бар. Ул киң диапазон йышлығында эшләүгә, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын маневрлау һәм ултыртыуға көйләнгән. Экспонаттарҙың тағы береһе сәнәғәт кластеры предприятиелары өсөн тәғәйен. «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Башҡортостан стенды йылдағыса технологик яҡтан иң йөкмәткеле һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Һандар ҙа ошо юғары кимәлде раҫлай. Күргәҙмәнең эшлекле программаһында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы коллегияһының йомғаҡлау ултырышы үтте. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов үҙ сығышында бюджет аҡсалары киләсәккә эшләргә тейеш, бер нисә йүнәлештә ҡулланып була торған технологиялар барлыҡҡа килтерергә кәрәк тип билдәләне. Коллегияла сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингы иғлан ителде. Башҡортостан йәнә алдынғылар рәтендә. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урын һәм дөйөм...

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0