Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 13.05.2026 Филармония ижад миҙгелен тамамлай

Аватар автора
Башҡалала ижади коллективтар йәйге ял алдынан үҙҙәренең йомғаҡлау тамашаларын тәҡдим итә. Әйткәндәй, иртәгә,14 майҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 87-се ижад миҙгелен яба. Тамашала филармонияның данлы коллективтары, танылған сәхнә оҫталары тамашасыларға репертуарҙарының алтын хиттарын һәм өр-яңы йырҙарын, композицияларын тәҡдим итәсәк. «Хәйерле иртә, Башҡортостан!» тапшырыуының бөгөнгө ҡунаҡтары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы етәксеһе һәм баш дирижеры Алһыу Хәсбиуллина.

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0