Ветеринар хәүефһеҙлек

Аватар автора
Өфөгә ветеринар йәһәттән ҙур хәүеф янамай. Баш ҡала хайуандар араһында таралыусы ҡотороу һәм башҡа сирҙәргә әҙер. Бынан тыш, баш ҡала янындағы үләт соҡорҙары ла даими күҙәтеүҙә. Ошо турала Башҡортостандың ветеринария буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов “Өфө ваҡыты” программаһында белдерҙе. Баш ҡалала хәүефһеҙлек йәһәтенән тағы бер сара күрелә. Ҡорбан ғәйете уңайынан салынасаҡ барлыҡ малдар махсус тикшереү үтә. Өфө Рәсәйҙең башҡа субьекттарынан ҡорбан өсөн малдар индереүҙе сикләй. Тапшырыуҙа тамашасыларҙы борсоған төрлә һорауҙарға яуап бирелде. Раян Шаһимөхәмәтов әйтеүенсә, республика бөгөн умартасылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса программаларҙың дөрөҫ үтәлешен айырым күҙәтеүгә алған. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас. Мы освещаем новости Уфы и Башкирии

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0