Әйҙеләр менән табындар

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
ӘЙЛЕЛӘР МЕНӘН ТАБЫНДАР Әйлеләр бында табындарҙан элегерәк килгән. Уларҙың ҡайһылары аҫаба булып киткән, ҡайһылары ебәрелмеш булып ултырған. Был хәл шулай килеп сыҡҡан. Ысынмылыр, түгелме, табындар Урал һыртының теге яғынан килгән, тип һөйләйҙәр; ҡара-табындар менән барын-табындар, имеш, бында Уй 1 йылғаһының башынан күсеп ултырған, тип тә әйтәләр. Ике яҡты ла — әйлеләрҙе лә, табындарҙы ла бер саҡ аҡ батша2 үҙенә саҡырып ала. Бөтәһе ун ике кеше китә. Әйлеләр ебәргән кешеләр батшаға барған ерендә үлеп ҡала, ә табынды- ҡылар кире әйләнеп ҡайта. Аҡ батшанан улар, бөтә был ерҙәр һеҙҙеке, тигән ҡағыҙ алып ҡайта3. Элекке Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе Мөхәммәтҡолой ауылында (хәҙерге Силәбе әлкәһенең Арғаяш р-ны) А. Г. Бессонов яҙып алған. — Бессонов, 338-се б.; БХИ, РЛ, № 44; БПЛ, № 103; БНТ, П Л,&139. 1 Уй йылғаһы Башҡортостандың Учалы -районында башланып, Тоболға барып ҡоя. 2 Был осраҡта башҡорттар Иван Васильевич Грозный батшаны күҙ уңында тоталар. (А. Г. Бессонов иҫкәрмәһе.) 3~ Ер биләү хоҡуғына табындарҙың батшанан ҡағыҙ алып ҡайтыуҙары тураһында мәғлүмәт тарихи дөрөҫлөккә тап килә: документтарҙан күренеүенсә, жалованная грамоталар Ҡара:Табын ырыуы башҡорттарына бирелгән булған {Материалы по истории Башкирской АССР, 1936, ч. 1. Башкирские восстания в XVII и в первой половине XVIII вв.— М.—Л. С. 80—81).

0/0


0/0

0/0

0/0