Бүреләр тоҡомо.

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
БҮРЕЛӘР ТОҠОМО Беҙ — Бүреләр ырыуы. Элек Үҫәргән булғанбыҙ. Ата-бабайҙар күсеп-ҡунып йөрөгәндә, уларға бер инә бүре осраған. Бер һунарсы быны атайым тиһә, бүре телгә килеп әйткән: «Атма мине, ҡойроғомдан тотоп, ергә һуҡ», һуҡһа, теге бик матур бер ҡыҙ булған, һунарсы уны алып ҡайтҡан да тора башлаған. Үҫәргәндәр быға риза булмаған, ҡыуып ебәргәндәр үҙен. Шунан һунарсы ситкә китеп, үҙе бер ғаилә яһап, балалары булып, ҙур бер ил ҡороп ебәргән *. Әсәләре бүренән булғас, уларҙы бүреләр тип йөрөткәндәр. Ырыуҙы башлап ебәргән әлеге һунарсыны баш бүре тип атағандар. Бына беҙ шул баш бүре тоҡомонан киләбеҙ инде. 1961 йылда Ырымбур әлкәһенең Гай р-ны,Башбүре ауылы Сабир Төлкөбаевтан (1898 йылғы) Кирәй Мәргән яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 21, д. 6, л. 241; БХИ, РЛ, № 49; Кузеев, 1974. С. 130; Б11Л, № 87; БНТ, ПЛ, № 118. 1 Бүре менән кешенең ғаилә мөнәсәбәтенә инеүе төрки һәм монгол халыҡтары легендаларында киң билдәле боронғо мотив. Ҡарағыҙ: Бичурин Н. Я. (Иакинф). Собрания сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена, т. 1. — М., 1950. С. 42—49. Изгелекле бүре мотивы төрлө вариацияларҙа башҡа бик күп халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә лә осрай; Аб а е в В. И. Скифо-европейские изоглоссы на стыке Востока и Запада. — İVL: Наука, 1965. С. 95; Го р д л е в с ки йВ. А. Что такое «босый волк»? / Избранные соч., т. II. С., 1961. С. 496—497.

0/0


0/0

0/0

0/0