Әйнә менән Гәйнә

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
ӘЙНӘ МЕНӘН ГӘЙНӘ Элек ҡояш Тол аръяғында булған. Уны бер убырлы ҡарсыҡ, урлаған булған. Урлап шунда, тау артында, ҡуйы урман араһында, бер мәмерйәгә йәшергән дә донъяға сығармай тик тота. икән. . - &- Шул саҡ боланға ултырып, Әйнә меНән Гәйнә килеп сыҡҡан, һунар итеп йөрөй икән былар. Килә торғас, быларҙың боланы ты^- бырсына башлаған. Төшөп, абайлабыраҡ ҡараһалар, аяҡ аҫты шундай ҡыҙған, баҫып тормалы түгел, ти. Болан тибенә башлай. Ул тибенгән ерҙән генә ер ярыла, ут сығып китә *. Был мәмерйә- тишеге икән. Теге ҡарсыҡ оло таш менән ҡаплап ҡуйған икән ул мәмерйәне. Әйнә менән Гәйнә ҡояшты ҙур болан тиреһенән эшләгән ҡуржынға һалалар ҙа Тол буйына алып китәләр. Был саҡ убыр өйҙә булмай ҡала. Йылға буйына килеп етеүгә, арттарынан убыр ҡарсыҡ ажғырып килә. Былар тиҙ генә ҡуржынды болан мөгөҙөнә эләләр ҙә, йөҙөп, Толдоң был яғына сығалар. Шулай ҡотолалар. Убыр Толдоң был яғына сыға алмай икән. Толдоң был яғына сыҡҡас, былар иркенләп алып, ҡуржынды сисеп ебәрәләр. Ҡояш донъяға сығып китә. Әйнә менән Гәйнә шунда Тол буйында тороп ҡала. Ил ҡоралар былар, мал аҫрайҙар. Быларҙан таралған халыҡты гәйнәләр* тип йөрөткәндәр. Гәйнәне ҡайһы ерҙә Толбуйҙар тип тә-әйтәләр. .1963 йылда Пермь әлкәһе Оса р-ны Ҡайын ауылында Ҡәүи Юлаевтан Кирәй Мәргән яҙып алған. — БЛ, No 9; БХИ, РЛ, No 38; БПЛ, No 95; БНТ, ПЛ, № 130. 1 Был сюжетта шулай уҡ изгеләштерелгән болан хаҡында һүҙ бара. Изге мал (толпар, болан, үгеҙ, ҡыр кәзәһе...) тибенгән ерҙә күл, уйпат урын һ. б....

0/0


0/0

0/0

0/0