Поделиться в MAX

Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 20.08.2026 Башҡортостан символы

Аватар автора
Бөгөнгө һүҙебеҙ Башҡортостандың милли геройы, башҡорт халҡының бөйөк улы Салауат Юлаевтың яңы һәйкәленә бәйле. Был проект йәмәғәтселектең иғтибары үҙәгендә. Сөнки, эксперттар әйтеүенсә, суйындан ҡойолған һынын бронза менән алыштырыу һәйкәлде ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы. Монументаль ҡоролманы тикшереү менән шөғөлләнгән реставраторҙар ошондай фекерҙә. Комплекстағы тутыҡ урындар һаны 4 меңдән ашыу. Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, реставрация цехына оҙатыуға хәҙер ярты йыл самаһы ваҡыт уҙҙы. Студия ҡунаҡтары - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәмзиә Кәримова-Байбулатова.

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0