Сыңрау торна

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
Борон Урал арты башҡорттары илендә бик көслө батыр йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә ала торған күк толпары булған. Был ҡаһармандың көсөнә тиң булыр батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына оҡшаш кеше булмаған, ти. Иленә килгән яуҙарҙы кире ҡайтарған, үҙ халҡын, ерен-һыуын дошманға бирмәгән. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә әҙер торған, ти ул. Шундай бәһлеүән булыуы өҫтөнә ул шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған, ти. Ирәндеккә менеп ҡурай уйнаһа, тауышы тау буйлап ултырған ауылдарға гөрләп ишетелеп торған. Был батыр өйләнеп оҙаҡ ғүмер иткәс, ҡатыны ҡурғаш кеүек ауыр кәүҙәле ул таба. Бала ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. «Атаһынан да батыр булыр был», - тип һоҡланыр булғандар быға. Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ҡарағанда ла көслөрәк, мәргәнерәк була. Атанан күргән уҡ юна тигәндәй, шәп ҡурайсы булып та даны тарала. Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым тип, атаһы уға кәләш тә әйттерә. Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирә. Яҙҙың матур бер көнөндә батыр ҡайны йортона. Ыҙмаға етер алдынан толпарын туғайға ебәрә был. Таң менән атын алырға тип барһа, ғәжәп моңло тауыш ишетеп, аптырап ҡала. Түҙмәй, йүгерә-атлай тауыш килгән яҡҡа китә. Яҡынлашып, күренмәй генә күҙәтә башлай. Ни күрһен, бер төркөм ваҡ ҡына күк торналар аҡлан уртаһында түңәрәкләп теҙелгәндәр ҙә уйнайҙар. Урталарында яңғыҙ торна баҫып тора. Ул, ҡанаттарын ҡағып, моңло тауыш сығарып ҡысҡырыу менән, ҡалғандары, уға ҡушылып ҡысҡырып, ҡанат ҡағып, түңәрәк буйлап әйләнәләр. Егет торналарҙың сыңрап сыҡҡан...

0/0


0/0

0/0

0/0