Ҡаҙаҡтар араһы

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
АҘАҠТАР АРАҺЫ Бынан ике-өс йөҙ йылдар элек беҙҙең башҡорт иленә барымта менән килгән ҡаҙаҡ яуы Төлкөбай исемле бик матур, мыҡты кәүҙәле ун ике йәштәрендәге бер малайҙы алып китәләр. Атаһы уны атта йөрөргә, уҡ атырға, йырларға өйрәткән була. Ҡаҙаҡ илендә Төлкөбай бер ҡаҙаҡ байының көтөүсе ярҙамсыһы булып йөрөй. Ә был ҡаҙаҡтың малы сикһеҙ күп була. Көн артынан көн үтә, йыл артынан йыл үтә. Төлкөбай матур, таҙа егет булып үҫеп етә. Күрше тирмәлә йәшәгән Тайтул тигән тшҙға ғашиҡ була. Төлкөбай байға тоғро хеҙмәт итә. Уның өйөрөнән бер генә мал да юғалмай. Бай егеткә ҡырын күҙ менән ҡарамай. Төлкөбайҙы ризалаштырып, үҙенә ул итеп алырға теләй, башлы-күҙле итергә уйлай. Бер көн бай уны үҙ янына саҡырып ала ла: &Эй, Төлкөбай, һин миңә тоғро хеҙмәт иттең, мин һине башлы- күҙле итергә уйлайым ғуй. Берәй таныш, күҙең төшөп йөрө- -гән ҡыҙ булһа, әйт, — ти. — Төлкөбай быға бик шатлана. — Бар минең яратҡан ҡыҙым, ул Тайтул, — ти. Күп тә үтмәй, туй була. Төлкөбай менән Тайтул бергә тора «башлайҙар. Быларҙың бер улы була. Уға Рәсүл тип исем бирәләр. Икенсе улдары донъяға килгәс, уға Ҡотдос тип ҡушалар. &" Берҙән-бер көндө кис, кеше күрмәгән арала Төлкөбай күрәҙә ■■әбейгә бара. Уның алдына бер турһыҡ ҡымыҙ ҡуя ла: — Инәй, иң тәүҙә һин миңә шуны әйт: Яйыҡ йылғаһы ҡайһы яҡта? Уға юлды нисек табырға? Унан һуң шуны әйт: минең бәхет йондоҙом асылғанмы, юҡмы? Асылмаһа, ҡасан асыла? — тип һорай. Күрәҙәсе әбей былай тип яуап бирә: — Яйыҡ йылғаһына сығыу өсөн, ҡояш байышы...

0/0


0/0

0/0

0/0