Әҙәм тарпаны.

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
Элек бында әҙәм заты булмаған. Көтөү-көтөү тарпан мал йөрөгән, өйөр-өйөр ҡырағай кейек-йәнлек йөрөгән. Бер әҙәм килеп сыҡҡан да тарпан малды тоторға уҡталған*. Мал быға баш бирмәгән, ошо яҡҡа тартҡан. Теге әҙәм, мал артынан эйәреп, Туҡ буйына килеп сыҡҡан. Бәрәстауға 1 килеп еткәс, малды юғалтҡан. Аптырашта ҡалған был. Ҡайҙа барырға белмәй йөрөп ятһа, күрә: бер тай йөрөп ята. Тота был тайҙы, менеп атлана ла ҡамсыһы менән һуға. Шул саҡ тай бер һылыу ҡыҙға әйләнә, «һуҡма миңә, ағай, мин һинең яҙмышың», — ти был. Был тай — әҙәм тарпаны икән. Шунан былар Туҡ буйында ҡыуыш ҡороп тора башлағандар. Баштай ырыуы2 бына шунан таралып киткән. 1960 йылда Ырымбур әлкәһе Александр р-ны Ҡайыпҡол, ауылы Усман Сәйетовтан Кирәй Мәргән яҙып алған. — БЛ, Кя 19; БХИ, РЛ, Кя 54; БПЛ, Кя 91; БНТ, ПЛ, Кя 123. 1 Бә р ә с т а у — легенданың тексына ҡарағанда, Ырымбур өлкәһендә бер тау исеме. 2 Баштай ырыуы — бындай исемдәге ырыу этнографик әҙәбиәттә телгә алынмай. Ул ниндәй ҙә булһа бер ырыуҙың кескәй тармағы (ара, нәҫел) булырға тейеш. Мотивы яғынан легенда «Бүреләр тоҡомо» исемле сюжетҡа яҡын тора. Ихтимал, бүре-әсә мотивының һуңғыраҡ трансформацияһылыр был.

0/0


0/0

0/0

0/0