Оло сәфәргә әҙерлек

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы хажға әҙерлеккә арналды. Быйыл Сәғүди Ғәрәбстан Рәсәй мосолмандары өсөн 25 мең квота бүлгән. Тимәк, Ҡорбан Ғәйете осоронда илебеҙҙән ошо сама граждан Мәккә һәм Мәҙинәгә юллана. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, республиканан хажға барыусыларға Ғәрәбстанға сәфәр еңелгә тура килә. “Хаж үҙәк” компанияһы Өфөнән Джиддаға тиклем тура чартер рейсын ойоштора. Сәфәргә сығыусылар уңайлығы өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнәсәк. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0