Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Үҙ йортом» дәүләт программаһы әҙерләнә

Аватар автора
«Үҙ йортом» дәүләт программаһы льготалы шарттарҙа торлаҡ һатып улыуҙы күҙ уңында тота. Был хаҡта Башҡортостан төҙөүселәр Ассоциацияһы ултырышында билдәле булды. Уны Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар әлеге иҡтисади шарттарҙа төҙөлөш тармағын үҫтереү тураһында фекер алышты. Бурыстар шул уҡ - 2026 йылда 3 миллион квадрат метрҙан да кәм булмаған торлаҡ төҙөү. Әле биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүгә баҫым яһала. Республикала 4 миллион ярым квадрат метрға тәғәйен 43 ошондай контракт төҙөлгән. Иң мөһим һорауҙарҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн яңы программалар. Уларға ярашлы, яугирҙар һәм махсус операция ветерандары льготалы торлаҡ һатып алыуға иҫәп тота ала.

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0