Ҡанлыкүл

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
ҠАНЛЫКҮЛ Ҡаракүл 1 тигән ерҙә ҡыҙ хан, Аҡташта2 ир хан 3 йәшәгән була, Улар үҙ-ара һуғышалар. Был ике хан араһындағы һуғыш шундай ҡаты булған, хатта аҡҡан ҡан эркелеп, күлгә ағып төшә башлаған. Шул саҡ күл, ҡандан ерәнеп, өс көн, өс төн үкереп ята ла, сыҙамай, бөтөн балыҡтары менән осоп китеп, Аҡкүлгә4 барып төшә. Күл төбөндә ләм генә ятып ҡалған, ти. Күлдең ҡайҙа булғанын белмәҫтәр ине, ҡорола балыҡ, тәлмәрйен ятҡанын күреп ҡалғандар. Шулар буйынса юллйп барһалар, Аҡкүлгә килеп сыҡҡандар. Осоп киткән күлдең урынын Ҡанлыкүл тип йөрөтә башлаған-: дар. Иҫке Ырныҡшы8 менән яңыһы араһындағы яр шул күлдән тороп ҡалған ул. Ҡанлыкүл. 1962 йылда Архангель р-ны Яңы Ҡыҙылъяр ауылы Галин Әхмәт Ғилман, улынан (1897 йылғы) Ә. М. Сөләймәнов яҙып алған.— Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 37; БХИ, РЛ, № 78; БПЛ, Ш 39. 2 Ҡаракүл, А ҡ т а ш — Башҡортостандың Архангель р-нына ҡараған топонимдар. 3 Ир хан менән ҡыҙ хан (ир батша менән ҡыҙ батша) һуғышы мотивы — башҡа халыҡтар ижадында ла осраған традицион мотив. 4 Аҡкүл — Башҡортостандың Ғафури районындағы күл. БИҫке Ырныҡшы, Яңы Ырныҡшы — Архангель районындағы ауыл исемдәре. , 6 Легенданың 1886 йылдар тирәһендә М. Өмөтбаев яҙып алған вариан тында ваҡиғалар Бүгәс менән Салауат яуы ваҡытына (1773—1775) ҡайтарып ҡалдырыла. Пугачевсылар менән Әбей батша һалдаттары ҡанҡойғос һуғыштарҙы оҡшатмайынса, үҙ урынын ташлап киткән Ҡанлыкүл тураһында М. Өмөтбаевтың тарихи яҙмалары араһында түбәндәге юлдар бар: «Кеше һәм ат ҡанынан...

0/0


0/0

0/0

0/0