Аҙан ташы.

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
АҘАН ТАШЫ Аҡауаз 1 ауылына яҡын Ағиҙелдең һул ярында бик матур ҡая тау бар. Уны Аҙан ташы тип йөрөтәләр. Аҙан ташының тарихы шунан ғибәрәт: борон башҡорттарҙы, һун төрөктәреме шул, монголдармы шул, бик ҙур яу баҫҡан. Башҡорттар илен һаҡлап бик ҡаты һуғышһалар ҙа, дошман көсө күп булғанлыҡтан, еңелеүгә осрағандар. Яуҙа тарҡалған халыҡ урман эсенә, тау араларына боҫҡан. Бөрйән ырыуынан булған бер уҡымышлы батыр ҙа ошо тирәлә боҫоп йөрөгән икән. Ул, иҫән ҡалған халыҡты йыйып, яу ҡайтар маҡ булған. Был батыр бейек ҡая ташҡа менә лә иртә менән аҙан әйтә икән. Иртәнге тауыш алыҫҡа китеүсән, уның тауышын ишетеп, ҡасҡан-боҫҡан халыҡ йыйыла башлаған. Аҙан әйтеүсе батыр халыҡты ойоштороп, ғәскәр төҙөп, Башҡортостандың һәр тарафына сапҡың ебәреп, ҡуҙғалыш башларға өндәгән, ти. Бер ҡыш үткәндән һуң, башҡорттар көслө яуҙы ҡыйратып, илдән ҡыуып сығарғандар. Шунан бирле батыр аҙан әйткән тауҙы Аҙан ташы тип атап алып киткәндәр2.

0/0


0/0

0/0

0/0