Өфө ваҡыты - Именлек үҙебеҙҙән тора

Аватар автора
Янғындарҙан һаҡ булығыҙ! Башҡортостанда, май байрамында ут сығыу осраҡтарының 250 процентҡа артыуы ихтимал. Республикала айына уртаса 200 урында янғын теркәлһә, 1-се майҙан 9-сы майға тиклем арауыҡта ошондай фәжиғәле хәлдәр ярты меңдән күберәк була. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы етәксеһенең илһөйәрлек тәрбиәһе буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленар Вәхитов белдерҙе. Ведомство вәкиле һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 4  айҙа утта 77  кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғә ҡорбандары араһында бер сабый бар. Ленар Вәхитов билдәләүенсә, республикала 30-сы апрелдән махсус режим үҙ көсөнә инә. Июнь уртаһына тиклем шәхси ихаталарҙа сүп өтөү, урман-яландарҙа усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАКС ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас. Мы освещаем новости Уфы и Башкирии

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0