Өфөгә метро кәрәк

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы башҡорт телендәге сығарылышында миллиондан ашыу кешеһе булған мегаполис өсөн мөһим мәсьәлә күтәрелде. “Башнедра” фонды президенты Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, Өфөлә мотлаҡ метро булырға тейеш. Әлбиттә, проектты бойомға ашырыу мөмкинлеге сикләнһә лә, киләсәктә уны төҙөү өсөн шарттар барлыҡҡа киләсәк. Рәсих Әғзәм улы Өфөнө эсәр һыу менән тәьмин итеү юлдары тураһында ла һөйләне. Республиканың баш ҡалаһында бөгөн һыуға ҡытлыҡ булмаһа ла, ер аҫтындағы һыу ятҡылыҡтарын ентекләп өйрәнергә ваҡыт. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0