Кейәүташ

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
КЕЙӘҮТАШ Был бик борон заманда, бынан өс-дүрт быуындар элек, булған хәл. Борон кешеләр алыҫтан, туҡһан-йөҙ саҡрымдан барып, килен алыр булғандар. Шулай бер заман бер Бөрйән байы йөҙ саҡрымдан килеп, Нуҡай 1 байының ҡыҙын әйттергән. Нуҡай байы йәйләүгә сыҡҡас, кейәү егет, шул йәйләүгә килеп, кейәүләп йөрөр булған. Ул замандарҙа арба-фәлән булмаған. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр кеүек, һыбай йөрөгән. Кейәү йәйләүгә һәр ваҡыт һыбай йөрөгән. Уның нисек килгәнен бер кем дә күрмәгән. Кейәү егет тау башынан үңдеге менән эйәрен генә тотоп төшөр булған. Берҙән-бер ваҡыт ҡыҙҙың еңгәләре үҙ-ара: «Был кейәү шул тау башынан гел йәйәү тешә, атын бер ҙә күрһәтмәй, атын күрергә кәрәк ине», — тип һөйләшкәндәр ҙә, ҡыҙҙан: «һин кейәүеңдең атын күргәнең бармы, ниндәй?»—тип һорағандар. Ҡыҙ еңгәләренә: «Юҡ, ул миңә нимәгә кәрәк?» — тигән. Еңгәләре шунда: «һин һора әле, кейәү атын ҡайҙа ҡалдыра икән, беҙ күрер инек»,— тигәндәр. Ҡыҙ яҡын да килмәгән. «Ҡуй, миңә әйтмәҫ, һеҙгә әйтмәгәнде, ни эшләп миңә әйтһен инде», — тигән. Шунан еңгәләре уға былай тип өйрәткәндәр. «Кейәү килгәс тә, атының ҡайҙалығын һора, күргем килә, тип үтен. Әйтмәһә, шулмы һинең яраты- уың? Былай булғас, һин мине яратмайһың, тип әйт», — тигәндәр. Бер заман кейәү, элеккесә, үңдеге менән эйәрен генә күтәреп, шул һырт буйынан килеп төшкән. Кейәү килгәс тә, ҡыҙ еңгәләре өйрәткәнсә эшләгән. Ахыр сиктә кейәү кәләшенә атын күрһәтергә булған. Килеп төшкән тауына алып сығып киткән. Быларға еңгәләре лә эйәргән....

0/0


0/0

0/0

0/0