Өфөлә Кадеттар көнө айҡанлы осрашыуҙар ойошторолдо

Аватар автора
МЧС Башкортостан
17 февраль Рәсәйҙә Кадеттар көнө. Байрам тарихы 18-се быуатҡа барып тоташа, 1732 йылда Санкт-Петербургта тәүге кадет корпусы асыла. Калашников автоматын тиҙлеккә һүтеп-йыйыу, тигеҙ сафта атлау. Уҡыусылар мәктәп йылдарында уҡ хәрби дисциплинаға өйрәнә. Өфөнөң 121-се гимназияһында кадет кластары 4 йыл элек ойошторола, әле уларҙа 100-гә яҡын уҡыусы белем ала. Кадет көнө уңайынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡараған синыф уҡыусылары Өфөнөң 26-сы янғын ҡотҡарыу часе етәксеһе урынбаҫары менән осрашты. Марат Ғәйнанов балаларға янғын һүндереүселәр һөнәре, юғары белем биреү йорттары тураһында һөйләне. Башҡортостанда 289 кадет класы эшләй. Уларҙа 6 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Улар өсөн пилотһыҙ осоу аппаратарын йыйыу, программалау һәм уларҙа осоу кеүек дәрестән тыш уҡыуҙар ойошторолған. Кадеттарҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә махсус хәрби операция һалдаттары ла ҡатнаша. Отпускаға ҡайтҡан, йәки демобилизацияланған яугирҙар даими рәүештә уҡыусылар менән осраша.

0/0


0/0

0/0

0/0

Скачать популярное видео

Популярное видео

0/0