Башҡортса йырларға өйрәнәм

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Яруллин ҡатнашты. Популяр йырсы бөгөн күп һанлы тамашасыларҙы үҙенә йәлеп итеп, сәхнәлә урын тапҡан артистарҙың береһе. Марат Яруллин менән тура эфирҙағы әңгәмәлә йырсының шәхси тормошона бәйле һорауҙар яңғыраны. Ул үҙенең Нижегород өлкәһендә Башҡортостандың берҙән бер атҡаҙанған артисы булыуын да йәшермәй. Әйткәндәй, Марат Мансур улы репертуарына башҡортса йырҙар индерергә вәғәҙә бирҙе. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0

Скачать популярное видео

Популярное видео

0/0