Ни өсөн һаман яҡтылыҡ юҡ?

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
“Приуралье” юл идаралығы 16-сы мартта Өфө-Ырымбур юлында башҡарылған эштәр тураһында Радий Хәбиров алдында хисап тоторға йыйына. Өфө-Ырымбур юлы аша йыш йөрөүселәр төндәрен трассаның ҡайһы бер өлөштәренең яҡтыртылмауын күргәндер. Был, әлбиттә, ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Республика башлығы был юлдан үҙе үткәс, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйып прокуратураға мөрәжәғәт итәсәге тураһында белдергәйне. Бына ниһәйәт боҙ ҡуҙғалды, ахыры. Р-240 федераль трассаһы Өфөнө ҙурлығы буйынса Башҡортостандың икенсе ҙур ҡалаһы – Стәрлетамаҡ менән тоташтыра, артабан Ырымбур өлкәһенә илтә. Көн һайын унан еңел һәм йөк машиналары, бөтәһе 50 мең самаһы техника үтә. юл именлеге мәсьәләһе һәр ваҡыт Республика етәкселеге иғтибарында ҡала. Бында яҡтыртыу ҡорамалдары 7 йыл элек ҡуйыла башланы, әммә эштәр, күрәһең, икенсе йүнәлештә киткән. Төбәк етәкселегенә водителдәрҙән даими рәүештә ялыуҙар килә. Уҙған йылда үткән “Тура бәйләнеш” барышында Радий Хәбиров һуңғы иҫкәртеү яһаны. Әммә, шул ваҡыттан алып трасса тирәләй мәсьәлә хәл ителмәй. Эш сәфәрҙәренең береһендә Радий Хәбиров ниндәйҙер яҡшы үҙгәрештәр күрмәгән. Хәҙер “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығы етәкселегенә доклад әҙерләү өсөн ике аҙна ваҡыт бирелгән. Йә ведомствоны тейешле органдар күҙәтеүгә ала.Яҡтылыҡ булмауының тағы бер сәбәбе –дымлылыҡ арҡаһында ер аҫтынан үткән кабелдәр сафтан сыға икән. Быны ведомство белгестәре асыҡлаған. Башҡортостан башлығы ҡаты тәнҡитләгәс, яҡтылыҡты булдырыу йәһәтенән тиҙ арала эш планы ҡабул ителгән.Әлегә...

0/0


0/0

0/0

0/0

Скачать популярное видео

Популярное видео

0/0