Тау сере

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
Тау сере Ҡыуандыҡ районының Подгорный ауылынан алыҫ түгел Яман соҡор тип йөрөтөлгән бер урын бар. Шул урында элек-электән тирә-яғы йырғаланып бөткән яңғыҙ бер ҡурған ҡалҡып тора. Уны ҡасан, кем өйгәндер, уныһын бер кем дә белмәй. Тик ҡарттар уны кеше ҡулы менән өйөлгән тип һөйләйҙәр. Боронораҡ ул хәҙергегә ҡарағанда ҡалҡыуыраҡ та, текә-рәк тә булған. Йырғысланып бөткән бите лә элек шыма ғына булған, тиҙәр. Ул ҡурғандың осло түбәһенә йылдың һәр миҙгелендә йә болот, йә томан һарылып ята. Уның түбәһе һирәк көндәрҙә генә асыла. Шундай көндәрҙә түбәһендә үҫкән бер өйкөм генә ҡыуағы таҡыр баштағы сәс өлтөгө һымаҡ булып күренгән, һуңынан бер көслө дауыл сығып, ул ҡыуаҡты төбө-тамыры менән аҡтарып, йырынға алып ташлаған. Шунлыҡтан ҡурғандың түбәһе ус аяһындай яланғас булып ята. Ейәнсура яғынан килгән Исмәғилев Хәбибулла тигән урман киҫеүсе бер ҡарт, был ҡурғанды барымтасылар өйгән, тип һөйләгәйне миңә. Бынан күп йылдар элек Яйык ҡаласығында йәшәүсе казактар янына алтын менән кәсеп итеүсе кешеләр күсеп ултыра. Улар Урал тауҙарына барып алтын йыуалар ҙа ылау менән Яйыҡҡа ташыйҙар икән. Бына шул ылауҙарға йыш ҡына дала юлбаҫарҙары баҫышып, таланған алтынды ошо ҡурған өйөлгән урынға килтереп күмер булғандар. Был хазина тауы үҫкән һайын үҫә барған. Ахырҙа түбәһе болоттарға олғашкан бер тауға әйләнгән. Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ хазина йыйылған бында. Аҙаҡ, Ырымбур далаларына урыҫтар күсеп ултыра башлағас, был кәсепкә лә сик ҡуйылған. Барымтасыларҙың ҡайғыларын тотоп ҡырып бөтөргәндәр, ә...

0/0


0/0

0/0

0/0