Айһылыу Солтанова - Алмағасым аҡ сәскәле

Аватар автора
Игры и вызовы
Айһылыу Солтанова - Алмағасым аҡ сәскәле (Роберт Ғәзизов көйө, Уран Кинйәбулатов шиғыры) Алмағасым аҡ сәскәле, Көтөрһөңмө алмаһын? Һиңә ҡайнар мөхәббәтем Үкенескә ҡалмаһын! Күңелемдә уйнай нурҙар, Ярһый-ярһый аға һыуҙар. Күгәрсендәргә берләшә, Яҙ килә, ҡояш көлә. Аҡ сәскәле был донъяла Йәшәй мөхәббәт кенә! Алмағастың аҡ сәскәһен Һандуғасмы тирбәтә? Әллә һайрай алмағаста, Әллә минең йөрәктә! Күңелемдә уйнай нурҙар, Ярһый-ярһый аға һыуҙар. Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, Яҙ килә, ҡояш көлә. Аҡ сәскәле был донъяла Йәшәй мөхәббәт кенә! Алмағасым аҡ сәскәле, Гөлдәренән бал тама. Мөхәббәтһеҙ йәшәрмен тип, Йәшлегеңде алдама. Күңелемдә уйнай нурҙар, Ярһый-ярһый аға һыуҙар. Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, Яҙ килә, ҡояш көлә. Аҡ сәскәле был донъяла Йәшәй мөхәббәт кенә!

0/0


0/0

0/0

0/0