Бик һағындым әсәй

Аватар автора
Башҡортса йырҙар/Песни на башкирском
Төштәр күреп мин уяндым таңда Бала саҡҡа әллә ҡайтҡанмын Әсәйемдең сәстәренән һыйпап, Алдарына башым һалғанмын. Шундай таныш, йомшаҡ ҡулы менән Биттәремдән әсәй иркәләй. Бик һағындым һине әсәйем, Күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәй. Талғын ғына әсәй доға уҡый, Тын алышы килеп бәрелә. Талғын ғына әсәй доға уҡый Һәм өндәшә миңә тын ғына, Балаkaйым, һаҡлан, күҙҙәр тейер, Һаҡлан берүк яман күҙҙәрҙән, Һаҡлан балам яман телдәрҙән, Һаҡлан,балам ялған һүҙҙәрҙән. Төштәр күреп, мин уяндым таңда Бала саҡҡа әллә ҡайтҡанмын, Әсәйемдең наҙлы ҡарашының Йылылығын шунда тоямын, Кисер, әсәй, яңылыштарым булһа, Кисер, әсәй, зинһар, үтенәм. Төштәр күреп, доғаларым уҡып, Һағыныуымды һиңә еткерәм..

0/0


0/0

0/0

0/0