Эттәргә бәйле яңы закон

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
Башҡортостан парламенты берәҙәк эттәргә бәйле яңы документ әҙерләй. Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай депутаттары тикшерәсәк документтың айырым пункттары билдәле. Әгәр ҡарауһыҙ ҡалған йорт хайуандары айырым биләмәләрҙә кешеләр ғүмеренә ҙур хәүеф менән янай икән, уларҙы юҡ итеү мөмкин. “Өфө ваҡыты” тапшырыуында һүҙ тап ошо турала барҙы. Был теманы һайлау сәбәбе лә бар. Баш ҡалала аҙна һайын тиерлек берәҙәк эттәр кәм тигәндә тиҫтәләгән кешегә һөжүм итә. Баш ҡала хакимиәте ошо сәбәп арҡаһында йәрәхәтләнгән сабыйға 50 мең һум күләмендә компенсация түләргә тейеш. Тапшырыу эксперты, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шиһапова билдәләүенсә, Башҡортостанда ҡарауһыҙ ҡалған эттәргә бәйле мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0