Ләйлә Йыһаны

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
Ләйлә Заһир ҡыҙы 1946-сы йылда Мәскәүҙә күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев ғаиләһендә тыуған. Лейлә Исмәғилеваның ижады күп төрлө, уның музыкаһының төп сығанағы - Башҡортостандың бай милли мәҙәниәте. Лейлә Исмәғилеваның ижады традициялар һәм заманса композиция техникаһы, шулай уҡ фольклор мотивтарын ҡулланыу менән айырылып тора. Ул музыкаль театр өсөн балеттар, спектаклдәргә музыка, симфоник һәм вокаль-хор әҫәрҙәре авторы булып тора.Фильм Башҡортостандың мәҙәни мираҫына ҙур өлөш индергән Ләйлә Исмәғилеваның ижады тураһында ғына тугел, ә уны бер нисә быуын музыканттар тәрбиәләгән уникаль педагог булараҡ та аса. Фильм Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында, Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы һәм "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы ҡатнашлығында төшөрөлә. Фильмдың сценарий авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова, ҡуйыусы режиссеры Наилә Принцева, рәссам-консультант, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Павел Панов, ҡуйыусы операторҙар Радмир Хәлитов һәм Юрий Ефремов. Фильмды «Ләйлә Йыһаны» тип юҡҡа ғына атаманыҡ ти, сценарий авторы. Фильмда уның ижады тураһында Башҡортостан дәүләт оркестрының баш дирижеры Дмитрий Крюков һәм Мәскәү композиторы Александр Чайковский фекер йөрөтә. Тиҙҙән, композиторҙың тормошона һәм ижадына бағышланған фильм телевидение эфирында күрһәтеләсәк. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0