Эйәле күл

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
ЭЙӘЛЕ КҮЛ Мәҡсүт ауылынан өс саҡрым самаһы көнбайыш яҡлап элек бер күл булған, тиҙәр. Был күл эйәле булған икән, ти. .һәр көн иртәнсәк ҡояш сығыр алдынан күлдең эйәһе ҡыҙ сифатына кереп йыуыныр булған. Күпме генә аңдыһалар ҙа, тота алмағандар. Шу нан бер заман бер егет: «Беҙ уға һыңар итек һалайыҡ та аңдып ҡарайыҡ», — тигән. Итек ырғыталар. Ғәҙәттәгесә, һыу эйәһе йыуынырға сыҡһа, итекте күреп ҡала. Тиҙ генә эләктереп ала ла аяғына кейергә тотона. Эй маташа, эй маташа, ти, был. Бер аяғын ҡуңысына тыҡ һа, икенсе аяғыңа юҡ икән: икенсеһенә тыҡһа, беренсеһенә юҡ икән. Шулай күп маташа торғас, ике аяғын да бер ҡуңысҡа тығып, атлап китәйем тип тороп баҫһа, йығыла ла китә, йығыла ла китә, ти. Шул саҡ күмәкләп барып тотоп алалар быны. Тотоп алһалар ҙа, теге яман итеп сырылдай башлағас, ебәрмәй сара ҡалмай. Ошо хәлдән һуң күлдең эйәһе ҡасҡан, күле ҡороған, тиҙәр.

0/0


0/0

0/0

0/0