Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ

Аватар автора
МЧС Башкортостан
Фейерверктар, салюттар, хлопушкалар, бенгал уттары. Беҙ хәүефһеҙ Яңы йыл ҡағиҙәләре һәм яңы йыл каникулдарына һаҡлыҡ саралары тураһында һөйләүҙе дауам итәбеҙ. Түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре пиротехникаға ҡағыла: – махсус магазиндарҙа ғына һатып алығыҙ; – ҡоро урында, оригиналь төргәктә һәм балалар өсөн мөмкин булмаған урындарҙа һаҡлағыҙ; – инструкцияла күрһәтелгәнсә ҡулланығыҙ; – эшләп бөткән пиротехник изделиеға кәмендә 5 минут яҡын килмәгеҙ; – иҫерек килеш ҡулланмағыҙ; – һүтмәгеҙ, утҡа ташламағыҙ һәм инструкция буйынса утилләштерегеҙ. Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләне. Эфирҙы ҡарағыҙ, ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ һәм иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең хәүефһеҙлек – һеҙҙең ҡулда.

0/0


0/0

0/0

0/0