Хәйерле иртә, Башҡортостан!

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
Кемдәр ул беҙҙе һәр иртә ,,Хәйерле иртә, Башҡортостан,, - , тип сәләмләүсе алып барыусылар? Программа нисек эфирға сыға һәм ниндәй темалар яҡтыртыла? Кадр артында кемдәр эшләй? Был турала тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.,,Хәйерле иртә, Башҡортостан!,, программаһының 20 йылға яҡын тарихы бар. 2007-се йылдан ,,Ауаз,, тапшырыуы булып эфирға сыға башлағандан алып беҙҙең студияны ниндәй генә һөнәр эйәләре тапаманы икән? Биология фәндәре кандидаты Фәнүзә Мырҙабулатова өсөнсө тапҡыр эфирға саҡырылып, күптән инде ,,тәжрибәле,, студия ҡунағы булыуға ҡарамаҫтан тура эфир алдынан тулҡынланыуын йәшермәй. Матур итеп йылмайырға, килешле итеп кейенергә, эфир өсөн һайланған теманы тамашасыларға ентекле итеп алып барып еткерергә.... Әлбиттә был экрандың икенсе яғында ултырған кешеләрҙең күҙенә күренгән яғы ғына. Тапшырыуҙың төп маҡсаты – тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыу. 18 йыл элек эфирға сыға башлаған программа әле лә ошо маҡсатҡа тоғро ҡала. Бер тапшырыуҙы әҙерләү өсөн генә тамашасыға күренмәгән, кадр артында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең һаны бихисап. Һәр кем үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡарһа ғына шәп һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин, ти иртәнге тапшырыу режиссеры. Тапшырыу һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға. Тура эфир тамамланыу менән рус телендә барған ,,Доброе утро, Уфа” – тапшырыуы башлана. Башҡорт телендә барған ,,Хәйерле иртә, Башҡортостан!,, программаһынан айырмалы рәүештә рус теендәге тапшырыу алдан яҙҙырыла. «Рәсәй-1.

0/0


0/0

0/0

0/0

Скачать популярное видео

Популярное видео

0/0