Башҡорт аҫалы балаҫы

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы Радий Хәбировтың тура эфирҙа республика халҡы менән осрашыуы һөҙөмтәләренә арналды. Сөнки, был әңгәмәлә социаль-иҡтисади мәсьәләләр генә түгел, ә стратегик бурыстар аталды. Бөгөн Башҡортостанда креатив индустрияны үҫтереү өсөн айырым юлдар билдәләнә. Улар араһында башҡорт халҡының төп кәсептәрен тергеҙеү иғтибарҙа ҡала. Республика етәксеһенә Миәкәнең ҡул эштәре оҫталары биргән һорау ошо йәһәттән. Район оҫталары башҡорт аҫалы балаҫтарын донъя кимәленә сығарыуҙа ярҙам һорай. Радий Хәбиров шәхсән ярҙам күрһәтәсәге тураһында ла әйткәйне. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы эксперты, республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева билдәләүенсә, субьект башлығының тәҡдиме ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта, баш ҡалала “башҡорт аҫалы балаҫы” музейының булыуы шарт. Икенсенән, Өфө донъя кәсепселәре “баш ҡалаһы статусына” эйә. Үҙ сиратында, тамашасылар ҙа ошо мәсьәлә менән етди ҡыҙыҡһына. Улар, “Башҡортостан” сауҙа үҙәгенең айырым өлөшөн башҡорт балаҫтары һуғыусылары тауарҙары өсөн бүлергә тәҡдим итә. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0