Өфө ваҡыты - 17.03.2026 - Татыу ғаилә - ил күрке

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
Ҙур ғаиләләргә ниндәй социаль гарантиялар ҡаралған? Ташламалар алыу өсөн ишле ғаилә мотлаҡ аҙ тәьмин ителгәнлеген раҫларға тейешме? Ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт стажына бала менән ултырған осоро индереләсәкме? Аксалата ярҙамдан тыш, тағы ниндәй саралар ата-әсәләрҙе өсөнсө, дүртенсе, унан да күберәк балаһын табырға дәртләндерер ине. "Өфө ваҡыты" программаһының сираттағы сығарылышында ошо хаҡта фекер алыштыҡ. Беҙҙә ҡунаҡта матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары, 4 бала атаһы Марат Ғәзизов, республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Өфө районы буйынса филиалдары етәксеһе Миләүшә Йәмилова һәм күп балалы әсәй, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленең хор артисы Сәлимә Юлдашбаева булды. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0

Скачать популярное видео

Популярное видео

0/0