Өфөнөң Ленин районы ветерандарына телеүҙәк буйлап экскурсия ойошторолдо

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
Улар "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының эше менән яҡындан танышты. Ветерандарға айырыуса дикторҙар, хәбәрселәр менән аралашыу, телевидение һәм радио музейында булыу, архивта һаҡланған күренекле яҙыусы-шағирҙарҙың яҙмаларын тыңлау оҡшаны. Экскурсия ваҡытында ҡунаҡтар радиоға, техник бүлектәргә һәм студияларға ла инде. Телевидение ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаев билдәләүенсә, "Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы техник һәм ижади йәһәттән ныҡ алға киткән.

0/0


0/0

0/0

0/0

0/0