Ай менән Зөһрә

Аватар автора
Башҡорт халыҡ ижады
Борон-борон заманда Зөһрә исемле аҡыллы, уңғаң, тырыш ҡыҙ йәшәгән, ти. Ул һылыу ҡыҙ булып буй еткергән. Әсәһе үлгәс, атаһы өйгә үгәй әсә алып ҡайтҡан. Үгәй әсә ҡыҙға көн күрһәтмәгән: ҡаҡҡан-һуҡҡан, әрләгән, көсө етмәҫтәй ауыр эштәр ҡушҡан. Бер кис үгәй әсә Зөһрәгә һыу таширға бойорған: - Иртәнгә саҡлы ошо сапсаҡты тултырып ҡуй! Әгәр тултырмаһаң, кәрәгенде бирермен! - тигән дә, ә үҙе сапсаҡтың төбөн тишеп ҡуйған, ти. Зөһрә һыуҙы төнө буйы ташыған. Сапсаҡта һыу бер ҙә артмаған. Ауыр көйәнтә күтәреп, ҡулбаштары уйылған. Биле бөгөлөп төшкән. Тамам хәле бөтөп, килеп йығылған. Ул төн бик тыныс һәм аяҙ булған. Шылт иткән тауыш та ишетелмәгән. Күк йөҙөндә бары тулған Ай ғына йөҙөп йөрөгән. - Әй, Айғынам, исмаһам, һин белер инең, хәлемде! Ҡотолдорор инең башымды! Ай һаман тыныс ҡала биргән. Зөһрә илап тағы ялбарған: - Ал мине үҙеңә! Шул саҡ Ай яҡтырып киткән. Нурын һуҙған да Зөһрәне үҙенә тартып алған. Ана шул замандан бирле Ай битендә көйәнтәле ҡыҙ баҫып тора, ти.

0/0


0/0

0/0

0/0