"Башҡортостан 24" телеканалы йома намаҙҙарын тура эфирҙа күрһәтә башлай

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе Азамат Сәлихов әйтеүенсә, "Башҡортостан 24" телеканалы тарихында был бик мөһим этап. Сөнки күптәрҙең тап Тәлғәт Тажетдин үткәргән йома намаҙҙарында доға ҡылғыһы йәки был дини сараны күргеһе килә. Телеканал телевизор ҡараусыларға тап шундай мөмкинлек тыуҙыра ла инде. Трансляцияға әҙерлек сиктәрендә Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты менән берлектә бик күп эш башҡарылған. "Башҡортостан 24" телеканалы Туҡай мәсетенән йома намаҙҙарын һәр аҙна тура эфирҙа күрһәтәсәк.

0/0


0/0

0/0

0/0