Өфөлә "Субару" водителе Мостай Кәрим һәйкәленә бәрелгән

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
«Форестер» менән идара итеүсе 21 йәшлек егет Киров урамы буйлап килеп юғары тиҙлектә киҫелеште тура үтеп китә һәм монументтың гранит кәртәһенә төкөй. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, аварияла зыян күреүселәр юҡ. Водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан - уға административ протокол төҙөгәндәр. Асыҡланыуынса, йәш кеше быға тиклем дә эскән килеш рулгә ултырып водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән була. Хәҙер уны енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал.

0/0


0/0

0/0

0/0

Скачать популярное видео

Популярное видео

0/0