Өфөгә иғтибар кәрәк

Аватар автора
ГТРК Башкортостан
“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы баш ҡалала көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһенә арналды. Республика парламенты депутаты Руфина Шаһапова ҡатнашлығындағы программа тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Макулатура йыйыу, пластик шешәләрҙе айырым туплау, иҫке кейемдәрҙе тапшырыу кеүек һорауҙарға студия экспертының да, тамашасыларҙың да үҙ яуаптары булды. Бөгөн Өфө өсөн иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе – ҡалдыҡтарҙы  сорттарға бүлеп йыйыу. Бының өсөн һәр ихатала айырым һауыттар, ҙур ҡумталар булырға тейеш. Әммә, баш ҡалала быға тиклем булған контейнерҙар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Булғандары ла күптән сүп-сар менән тулған. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас

0/0


0/0

0/0

0/0