Ҡыҙыл эремсек. Красный творог. Мамин рецепт. Милли аш. Национальное блюдо. Башкирская кухня

Аватар автора
Вкусные рецепты на казане и костре
ҠЫҘЫЛ ЭРЕМСЕК❗КРАСНЫЙ ТВОРОГ (әсәйемдең рецебы/мамин рецепт) ? Лайктар ҡуябыҙ/Ставим лайки ? ☑️ Һаҡлайбыҙ/Сохраняем в закладки ☑️ #видеорецепты_от_Унган_килен ?аҡ эремсек - 3 кг ?шәкәр - 500 гр (мөмкин күберәк) ?ҡара емеш, күрәгә, муйыл (теләк буйынса) ❗Аҡ эремсекте алдан әҙерләп йыябыҙ (туңдырғыста һаҡлай торорға була). Ҡалын төплө кәстрүлгә эремсекте, шәкәрҙе һалып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ут талғын булырға тейеш. Эремсек ҡыҙыл төҫкә ингәнсе көн буйына тиерлек ҡайнатабыҙ (6-8 сәғәт)*. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатабыҙ. Эремсек һутын алып түгеп торабыҙ. Утты һүндерәбеҙ. Кәстрүлдең бер яғын күтәреңкерәп, эремсек һыуынғансы көтәбеҙ. Ул ваҡытта ҡалған һут ағып төшә, уныһын да түгәбеҙ. Артабан эремсекте һалма таҡтаһына йәйеп һалабыҙ. Ул шунда 1 көн (иң күбендә 2 көн) кибә (артыҡ оҙаҡ киптермәгеҙ). Ҡул менән болғатып торабыҙ, юғиһә эремсек күгәрә. Кипкән эремсекте ит үткәргестән 2 (!) тапҡыр бороп алабыҙ. Сама менән бер аҙ йомшарған һары май һалып баҫабыҙ. Теләгәндә ҡара емеште, күрәгәне, муйылды өҫтәргә була. Йомробаштарҙы әүәләп, туңдырғысҡа оҙатабыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын ? *әсәйем электр плитала ҡайната, газда эремсек тиҙерәк ҡыҙарасаҡ. ____________________________________________ ?творог - 3 кг ?сахар - 500 гр (можно больше) ?чернослив, курага, черёмуха (по желанию) ❗Творог (если замороженный, предварительно разморозить), сахар кладем в кастрюлю с толстым дном. Все хорошо перемешиваем, ставим на медленный огонь. Массу увариваем в течении 6-8 часов*, периодически...

0/0


0/0

0/0

0/0