Мәүлетбай Ғәйнетдинов - Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!

Аватар автора
Танцы и разнообразие
Мәүлетбай Ғәйнетдинов - Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал! (Ҡ. Даян һүҙҙәре, Т.Кәримов музыкаһы) Томбойоҡло күл буйында Үҫә икән бейек тал. Ғүмеркәйең үтеп бара, Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал. Һай, һай, һай! Ана шулай! Ана шулай! Ҡымыҙ эскән ҡоҙағыйзың Башы әйләнә икән. Ике туҫтаҡ ҡымыҙ эсһә, Теле бәйләнә икән. Һай, һай, һай! Ана шулай! Ана шулай! Ҡымыҙ эскән ҡоҙағыйҙың Күңелдәре елкенә. Тыпырҙатып баҫҡан саҡта, Урал тауы һелкенә. Һай, һай, һай! Ана шулай! Ана шулай! Ҡоҙағыйзың ҡашмауында Талир тәңкә бармы әллә? Ниңә иркен бейемәйһең, Урал буйы тармы әллә? Һай, һай, һай! Ана шулай! Ана шулай! Бейе әйҙә, бейе әйҙә, Аяҡтарың талмаһын. Дәртең булғас, уйна ла, көл, Үкенескә ҡалмаһын. Һай, һай, һай! Ана шулай! Ана шулай!

0/0


0/0

0/0

0/0